Илдең баш ҡалаһында ойошторолған ифтар мәжлесендә Башҡортанға арналған кисә уҙҙы. Ул Мәскәү башҡорттары ҡоролтайы ярҙамында уҙғарылды. Ихлас, изгелек, ҡәрҙәшлек һәм мәрхәмәтлек. Рамаҙан сатырын 30 тематик кисәнең исемдәре биҙәй. Башҡортостан ифтары Берҙәмлек девизы аҫтында үтте.
Кисә тау сәнәғәтсеһе Исмәғил Тасимовҡа арналды. Батша осоронда илдә мәғдәнселек тармағын үҫтереүгә нигеҙ һалған шәхес Рәсәй империяһында тәүгеләрҙән булып тау институтын аса. Уҡыу йорто әле әле Санкт-Петербург ҡалаһында эшләп килә. Унда Башҡортостандан 300-ҙән ашыу студент белем ала.