Өфөлә «Эҙләнеү һәм үҫеш» ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте

«Эҙләнеү һәм үҫеш». Ошондай исем аҫтында Өфөлә ғилми-ғәмәли конференция үтте. Ул Республика психологик-педагогик, медицина һәм социаль ярҙам үҙәгенең 30 йыллығына арналды.

Өс тиҫтә йыл эсендә ойошма ҙур үҙгәреш кисерә. Уның хеҙмәткәрҙәре үҙ эшмәкәрлеген һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың мәнфәғәттәренә бағышлай. Табиптар, педагогтар, психологтар, уҡытыусылар һәм социаль педагогтар балаларҙы үҙаллы тормошҡа әҙерләү, уҡытыу һәм тәрбиәләүҙең ҡатмарлы системалы проблемаларын хәл итеүҙә ҙур өлөш индерә.

Ғилми-ғәмәли конференцияла ҡатнашыусылар уҡытыу һәм тәрбиәләүҙең көнүҙәк проблемаларын, ведомство-ара эш итеү мәсьәләләрен, мәғариф ойошмалары хеҙмәткәрҙәренә фәнни-методик һәм мәғлүмәт ярҙамының көнүҙәк аспекттарын тикшерҙе. Һәр секцияла һөҙөмтәле дискуссия ойошторолдо, уның аҙағында республика психологик-педагогик, медицина һәм социаль ярҙам үҙәге менән берлектәге эштең төп йүнәлешен билдәләгән резолюция ҡабул ителде.