Күсемһеҙ милек баҙарына сәйәхәт

Бейек йорттар менән бергә Өфөлә беренсел торлаҡҡа хаҡ та күҙгә күренеп күтәрелә Квадрат метрҙарҙың ҡиммәтләнеүенә нимә этәрҙе, ҡайһы тәҡдимдәр ҙур һорау менән файҙалана? Яҡын арала хаҡтарҙың түбәнәйеүен көтөргәме? Күсемһеҙ милек баҙарына сәйәхәткә саҡырам.

Октябрь проспектына, Ҡыҙыл линияға яҡын биләмәлә 28 ҡатлы торлаҡ төҙөлә башлаған. Февралдә объекттың тәүге ҡаты күтәрелеү менән 450 фатирҙы һатыуға старт бирелгән. Квадрат метры 120 мең һумдан да кәм түгел . Клиенттарҙы тиҙерәк һәм күпләп йәлеп итеү маҡсатында тәүге ҡатта балалар баҡсаһы урынлаштырыу ҡаралған. Үҙенә күрә маркетинг.

Эскроу-иҫәптәр индерелеү менән, өлөшсөләрҙең аҡсалары банкта һаҡлана башланы. Йәғни, элекке кеүек туранан-тура төҙөлөш компанияһына барып эләкмәй. Һөҙөмтәлә һуңғылары банктан бурысҡа аҡса алып эшләргә мәжбүр.

Рәсәйҙә төҙөлөш материалдарының үҙ хаҡы коронавирус пандемияһы осоронда уҡ 30-50 процентҡа артҡайны. Тышҡы сауҙа сикләүҙәре лә һөҙөмтәһеҙ үтмәне. Күп ҡатлы йорттарҙы төҙөр өсөн сеймал кәрәк, ә ул ҡиммәтләнә.

Былтыр Башҡортостанда өс миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ сафҡа индерелгәйне. Быйыл да төҙөлөш темпын кәметмәй, киреһенсә арттырып, 2030 йылға күрһәткесте 4 миллион квадрат метрға еткереү бурысы ҡуйылған. Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан төҙөлөш компанияларына ярҙам саралары ла билдәләнгән. Әйтәйек, махсус хәрби операция барышында социаль йөкләмәне кәметеү ҡаралған.

Милли банк биргән мәғлүмәттәргә ярашлы, республикала эскроу-иҫәптәр һөҙөмтәле эшләй. Уларҙың күләме артыуы күҙәтелә. Торлаҡ сафҡа индереү буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округы буйынса ғына түгел, Рәсәй кимәлендә лә алдынғылар рәтендә. Финанс хеҙмәтләндереү кимәле лә юғары.

Дмитрий Рудзит, Башҡортостандың кредит һәм финанс ойошмалар ассоциацияһы матбуғат хеҙмәте етәксеһе

Бер яҡтан, чиновниктар һәм девелоперҙар халыҡты фатирлы итергә тырышып, төрлө льготалы программалар индерә. Икенсе йәһәттән, бөгөнгө хаҡтар менән һатып алыусыларҙың кәмеүе лә күҙәтелә. Һорауҙың түбәнәйеүе, тәү сиратта, дөйөм сәйәси, иҡтисади хәлгә бәйле. Статистикаға күҙ һалайыҡ. 2020 йылдың икенсе кварталы менән сағыштырғанда, быйыл фатирҙың уртаса баҙар хаҡы яҡынса 55 процентҡа артҡан. Был Өфө буйынса күрһәткес. Баш ҡала үҙәгендә төҙөлә башлаған яңы йорттарҙа торлаҡтың бер квадрат метры 250 мең һумға ла барып етә. Заманса бизнес-класта йәшәргә теләйһең икән, билбауҙы нығыраҡ ҡыҫырға тура киләсәк.

Башҡортостандың төҙөүселәр ассоциацияһы етәксеһе Марат Латипов билдәләүенсә, беренсел торлаҡҡа хаҡтарҙың үҙгәреп тороуын аңлатыуы ауыр, хатта ҡатмарлы. Әгәр төҙөлөш компанияһы хаҡты күтәрә икән, тимәк баҙарҙа һорау бар. Һәр ойошма проектлы финаслау менән эшләй. Төҙөлөшкә алынған кредитты ҡаплау өсөн эскроу-иҫәпте тиҙерәк тулыландырыу, йәғни күберәк фатир һатыу бурысы ҡуйыла. Юғиһә, процент ставкаһы ла юғары була.

Торлаҡ төҙөп тә фатирҙарҙы ваҡытында һата алмау хәүефе бар. Сөнки банк алдында йөкләмә үтәлергә тейеш. Шуға төҙөлөш компанияһы баштан уҡ һатыу сәйәсәтен уйларға бурыслы. Был ҙур команда эше. Торлаҡ сафҡа индерелер алдынан проектлы финанслау өсөн тулыһынса иҫәпләшергә кәрәк.

Марат Латипов, Башҡортостандың төҙөүселәр ассоциацияһы рәйесе

Күсемһеҙ милек белгестәре беренсел торлаҡҡа хаҡтарҙың артыуын, тәү сиратта, дәүләт тарафынан ҡабул ителгән льготалы ставкалар, банктар тарафынан булдырылған ташламаларға бәйләй.

Төҙөлөш компанияларына өҫтәп, күсемһеҙ милек агенттарына комиссия түләү ҙә фатир хаҡын бермә-бер арттыра. Шул уҡ ваҡытта баҙарҙа инвесторҙар ҙа етерлек.

Торлаҡҡа хаҡты төшөрөргә ваҡыт. Рәсәйҙең төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ министры төҙөлөш компаниялары етәкселәренә ошондай мөрәжәғәт менән сыҡты. Күрәһең, юғарыла ла ҡайһы бер ойошмаларҙың хаҡтар менән артыҡ шаярыуын күрәләр. Иҫкәртәләр. Күсемһеҙ милек баҙарында тәртип булырға тейеш.

Күсемһеҙ милек баҙары әле һөжүм итергә йыйынған кобра кеүек бер урында ҡатып ҡалған. Төҙөлөш компаниялары ла, халыҡ та - барыһы ла көтә. Алдан нимәлер фаразлау урынһыҙ. Әммә тәжрибә шуны күрһәтә - бер нисә ай көтөп, хаҡтар динамикаһын күҙәтергә, фатир һатып алыу, ипотекаға яуаплы ҡарарға кәрәк.

Дмитрий Рудзит, Башҡортостандың кредит һәм финанс ойошмалар ассоциацияһы матбуғат хеҙмәте етәксеһе

Исҡужиндар ғаиләһе яҡшы ваҡыттар етеүгә тамам ышанысын юғалтып, ғаилә ипотекаһы ярҙамында ҡала ситендә фатир һатып алырға ҡарар иткән. Күп ҡатлы йорт көҙгә сафҡа индереләсәк. Ә әлегә иһә ипотеканың айлыҡ иғәнәләренә ҡушып ҡуртымға алынған фатир өсөн дә түләргә кәрәк.

Бер нисә йыл элек хаҡты арттырған төҙөлөш компаниялары фатир үлсәмдәрен дә кәметә башланы. Модаға студиялар индерелә башланы. Хәҙер уларҙың майҙаны 19 квадрат метрҙан, хаҡы 2 миллион һумдан башлана.

Күсемһеҙ милек агенттары ыҡсым ғына бүлмәләргә ихтыяждың юғары булыуы билдәләй. Улар бер бүлмәле фатирҙар кеүек үк тиҙерәк һатыла. Һорау булғас, баҙарҙа тәҡдим дә арта.

Хыялдағы квадрат метрлы булам тип, ҡайһы берәүҙәр төҙөлөш компанияһынан ипотека тип әүҙем рекламаланған экстремаль түбән процент ставкалары менән дә файҙаланып ҡалды. Асылда иһә был күрһәткес һатып алынасаҡ фатирҙың баҙар хаҡын 20-30 процентҡа арттырыу иҫәбенә еткерелде. Һатып алыусылар айлыҡ түләүҙәрҙе кәметеү маҡсатында банкҡа кредит буйынса проценттар өсөн алдан уҡ комиссия түләргә мәжбүр булды.

Банктар ҙа ипотека кредиттарын арттырыу маҡсатында хәйләле схемалар уйлап сығара. Әйтәйек, хәҙер фатир һатып алыусы процент ставкаһын үҙе билдәләй ала. Төҙөлөш компанияларының береһендә менеджер яңы программаның хәүефле булыуын да билдәләне.

Әгәр дәүләт программаһы менән ипотека уртаса 7-10 йылда ҡапланһа, бындай хәүефле килешеүҙәр уртаса 25-30 йылға иҫәпләнгән.

Һатып алғанда уҡ артыҡ түләүҙәр фатирҙың үҙхаҡын бөтөнләй юҡҡа сығара. Шуға сығымдарһыҙ бындай торлаҡты һатып булмаясаҡ - хатта, ипотеканы тулыһынса ҡаплауға аҡса етмәүе лә ихтимал. Тәү сиратта, ошоно иҫәпкә алып, Рәсәй банкы бындай хәүефле программаларҙы сикләргә ҡарар итте. Рекордлы түбән процент ставкалар баҙарҙан китә.

30 майҙан банктар 15 марттан алып бирелгән ссудалар буйынса өҫтәмә резервтар булдырырға тейеш. Шулай уҡ регулятор ипотека кредиттары буйынса стандартлаштырылған схема индерергә планлаштыра. Финанс ойошмалар билдәләнгән ҡалып буйынса ғына эшләйәсәк.

Лилиә Яҡупова, Рәсәй Банкының Башҡортостан буйынса бүлексәһе - Милли банк идарасыһы урынбаҫары

Шул уҡ ваҡытта дәүләт льготалары ғәмәлдә ҡала. Бөгөн яңы йорттарға айырыуса ғаилә ипотекаһы уңышлы эшләй. Күсемһеҙ милек агенттары билдәләүенсә, икенсел торлаҡты ла ҡуҙғатырға ваҡыт. Сөнки һатыу ауыр бара.

Ил президенты Владимир Путин икенсел торлаҡ өсөн дә ипотека буйынса льготалы шарттар булдырырға тәҡдим итте. Был, тәү сиратта, төҙөлөш тармағын үҫтереү, ғаиләләргә ярҙам итеү өсөн мотлаҡ сара.

Ни тиһәң дә, берҙән - бер ҡиммәтле актив - ул ер. Ә күп ҡатлы йорттар шул уҡ ерҙә урынлашҡан. Шуға белгестәр ҙә торлаҡ хаҡтары буйынса теүәл фараз бирергә ашыҡмай. Әммә шуныһы асыҡ - ҡыҙыл һыҙыҡтағы өймө, ҡала ситендәгеме - бер кем дә арзанға һатырға теләмәй.

Торлак һатыу сайттарын алып ҡараһаҡ, Өфөлә иң ҡиммәт фатир Октябрь проспектында урынлашҡан, ул ике бүлмәле, илле миллион һум менән баһалана. Ә бына квадрат метрҙар буйынса арт квадрат биләмәһендәгеһе күпкә ҡиммәтерәк. 1917 йылда төҙөлгән йортта 27 квадрат метр өсөн 21 миллион һумлыҡ хаҡ ҡуйыла. Йәнәһе лә коммерция өсөн файҙаланырға мөмкин.

Күсемһеҙ милек - тере организм кеүек һәр ваҡыт үҫеш һәм үҙгәреш юлында. Бөгөнгө шарттарҙа уның ҡайһы йүнәлештә хәрәкәт итә башлауы билдәһеҙ. Шул уҡ ваҡытта ил етәкселеге баҙарҙа тәҡдимдең артығыраҡ булыуын билдәләп, торлаҡҡа һорауҙы тотороҡландырырға ҡушты.

Гөлназ Хәйбуллина