Ватан һаҡсылары ике аҙна дауамында яҡындары эргәһендә ял итте. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
Ике аҙнаға ялға ҡайтҡан һалдаттар йәнә юлға сыҡты. Ватан һаҡсылары яҡындары эргәһендә көс-дәрт туплап хәрби бурысын үтәргә юлланды. Һөйөклө кешеләренең изге теләктәрен ҡабул итеп егеттәр махсус операция зонаһына китте.
Ир-егеттәрҙең яҡындары борсолоп ҡалһа ла һалдаттарҙың үҙҙәренең кәйефе күтәренке. Өлөшләтә мобилизацияға саҡырылған егеттәр ил саҡырыуы буйынса хәрби бурысын үтәп, неонацистарҙы тиҙерәк еңеп ҡайтырға өмөтләнә.
Отпускыла саҡта ир-егеттәр эшләгән урындарына, мәктәптәрҙәге патриотик осрашыуҙарға барып өлгөргән. Егеттәр туплаған көстө, рухи күтәренкелекте, туғандары ебәргән посылкалар менән бергә алғы һыҙыҡта көтөп ҡалған иптәштәренә алып барып еткерәсәк.
Өфө хәрби комиссариатынан был юлы 50 яугир оҙатылды. Өләшләтә мобилизацияға саҡырылған һәм ирекле батальондар составына ҡабул ителгән хәрбиҙәргә ярты йыл һайын законлы ял ваҡыты ҡаралған.
Флорида Ким