Өфөнөң Инорс биҫтәһе йылдам үҫешә

Энергетиктар Инорс биҫтәһе төҙөлөшөнә яңы этәргес бирҙе. Микрорайонда әле торлаҡ төҙөлөшө йылдам үҫешә. Йорттар менән бер рәттән яңы подстанция ла тамамланыу алдында. Әле 110 киловатҡа иҫәпләнгән энергетика объектында стеналар көпләнә. Бер юлы электр ҡорамалдары ла урынлаштырыла.

Инорс микрорайонын хәҙер ҡала сите тип әйтмәҫһең дә. Күп ҡатлы йорттар ямғырҙан һуңғы бәшмәктәр кеүек ҡалҡып сыҡҡан. Төҙөүселәр 300 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырасаҡ. Бындай йылдам үҙгәреште энергетиктар көтмәгән дә. Шуға күрә кисекмәҫтән өҫтәмә подстанция төҙөргә ҡарар иткән. Юғиһә, күпләп өйҙәр төҙөүҙең фәтеүәһе юҡ.

Торлаҡ төҙөлөшө үҫешкән урында ер ҙә ҡиммәтләнә. Энергетиктар ҙа экономия маҡсатында ябыҡ типтағы подстанция төҙөргә ҡарар иткән. Йәғни, бар ҡорамалдар ҙа бер ҡыйыҡ аҫтында буласаҡ. Был хеҙмәткәрҙәр өсөн дә уңайлы, электр ҡорамалдары ла ҡар-ямғырҙан һаҡлы торасаҡ. Әле төҙөүселәр бинаның стеналарын көпләү менән шөғөлләнә. Тиҙҙән иҙән ҡойоуға тотонасаҡтар.

Белгестәр әйтеүенсә, һуңғы йылдарҙа тотош республика электр энергияһына һорау ҡырҡа арта. Подстанциялар ҡеүәте лә былтырғы менән сағыштырғанда, 40 процентҡа артасаҡ. Уларҙы төҙөүгә һалынған инвестициялар ҙа үткән йылдағынан ярты миллиард һумға артып 1 миллиард 6 йөҙ миллион һум тәшкил итәсәк.

Башкирэнерго йәмғиәте заказы буйынса ғына ла ет ҙур подстанция файҙаланыуға тапшырабыҙ. Шул иҫәптән өсәүһе капиталь төҙөлөш, ҡалғандары төҙөкләндереләсәк объекттар. Яңы подстанциялар Инорста, Алаторкала һәм Благовещен районында барлыҡҡа киләсәк. Нуғай һәм Башҡортостан сәскәләре ҡасабаларында подстанциялар төҙөкләндереләсәк һәм ҡеүәте арттырыласаҡ.

Анатолий Крапчин, «БЭСК инжиниринг» ойошмаһы директорының төҙөлөш буйынса урынбаҫары

Ҡеүәт арттырыу буйынса ваҡ эштәр иҫәпһеҙ һанһыҙ, ти энергетиктар Бынан тыш, башҡа ойошмалар заказы буйынса ла подстанциялар төҙөлә. Иң күләмле проекттар әле Учалы, Бөрйән райондарында тормошҡа ашырыла.

Айнур Кәбиров