Башҡортостандың Илеш, Дүртөйлө һәм Саҡмағош районы баҫыуҙарында дым ҡаплатыу тамамланған

Бөгөн улар бөртөклө культураларҙы сәсеүгә төшкән. Саҡмағош районы хужалыҡтары агротехнология саралары менән бергә, ужым культураларын, күп йыллыҡ үләндәрҙе өҫтәмә туҡландырыу эшен дә йәнәш алып бара. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Саҡмағоштар яҙғы баҫыу эштәрен изге сүрәнән башланы. Йылдың уңышлы килеүенә доға ҡылғандан һуң, һөрөнтө ерҙәргә тауыҡ йомортҡаларын тәгәрәтте. Ул төбәктә башҡарылған матур йолаларҙың береһе. Юҡҡа ғына саҡмағоштар ауыл хужалығы тармағы күрһәткестәре буйынса республикала алдынғылыҡты биләмәй.

Бер-нисә йылға алып барылған эш планына ярашлы, саҡмағоштар йәнә яҙғы-баҫыу кампанияһын быйыл ваҡытынан алда башланы. Бөгөн сәсеү эштәре ужым культураларына минераль ашлама индереү менән йәнәш башҡарыла. Быны хужалыҡ етәкселеге техникаларҙың төҙөк, хеҙмәткәрҙәргә ҡытлыҡ булмауы менән аңлата.

Малсылыҡ тармағында махсуслашған «Герой» ауыл хужалығы быйыл кукуруз майҙанын арттырырға иҫәп тота. Ул һөт кимәлен арттырыу маҡсатында башҡарыла. Башҡортостандың ауыл хужалығы мәғлүмәттәренә ярашлы, республиканың 21 районы яҙғы-баҫыу эштәренә төшкән. Бөртөклө ашлыҡ, ҡуҙаҡлы, майлы һәм мал аҙығы культураларын сәсеү бөгөн 20 меңгә яҡын гектар майҙанда башҡарылған.

Азат Ғәлиуллин