Өфөлә «Киләсәк лабораторияһы» мультимедиа этабының «Киләсәккә билет» проекты эшләй башланы

Өфөнөң ВДНХ күргәҙмәләр залында «Киләсәк лабораторияһы» мультимедиа этабының «Киләсәккә билет» проекты эшләй башланы. «Рәсәй - минең тарихым» паркы «Киләсәк лабораторияһы»на республиканың төрлө төбәктәренән 36 меңдән ашыу үҫмерҙе йәлеп итеү күҙаллана. Үҙенсәлекле проект һөнәр һайлауға уҡыусыларҙы мәктәп тамамлауҙан күпкә алдараҡ ылыҡтырыу мөмкинлеген бирә. Балалар мультимедиа күргәҙмәһе аша 300-ҙән ашыу һөнәр менән таныша ала.

Һөнәри йүнәлеш биреүгә остаздар, психологтар, эксперттар йәлеп ителә. Улар малай-ҡыҙҙарҙың һәр береһенә күңеленә ятҡан һөнәр һайларға ярҙам итәсәк. Бынан тыш колледждарҙа һөнәри сынығыу үтеү, предприятиеларға экскурсиялар ойоштороу ҡаралған.

«Киләсәккә билет» программаһы «Мәғариф» милли пректы сиктәрендә ил Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырыла. Уның йөкмәткеһен илдең хеҙмәт баҙары һәм иҡтисад структураһына таянып Рәсәйҙең әйҙәүсе һөнәри консультанттары төҙөгән. Һәр йүнәлеш интерактив квестарҙан һәм төрлө һынауҙарҙан тора. «Киләсәк лабораторияһы» үҫмерҙәрҙе хәҙерге ваҡыттағы хеҙмәт баҙарындағы актуаль профессиялар, һәнәр нескәлектәре менән таныштыра Уҡыусылар квест һорауҙарҙы уңышлы үтеп яҡын киләсәктә һайлаясаҡ һөнәрен күҙ алдына килтерә ала. Илеш районы Иҫке Ҡырғыҙ урта мәктәбенең 19 уҡыусыһы ла был мөмкинлектән бушлай файҙаланды.