Өфөлә хоҡуҡ буйынса Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының йомғаҡлау этабы үтте

Бөрөнән 9-сы класс уҡыусыһы Ангелина Яндыганова ярыштың абсолют еңеүсеһе тип танылды. Бынан тыш, Өфө,Туймазы мәктәптәре уҡыусылары Камилла Нурисламова, Аделия Хәйруллина һәм Ильяс Ғәлимханов үҙ йәш төркөмдәрендә олимпиада призерҙары булды.

Уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһы илдә ҙур күләмле интеллектуаль ярыш булып тора. Ул балаларҙың ижади һәләтен, ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлегенә ҡыҙыҡһыныуын асыҡлау һәм үҫтереү маҡсатында ойошторола. Еңеүселәр һәм призерҙар олимпиада профиленә тап килгән һөнәрҙәр буйынса Рәсәйҙең төрлө вуз-дарына уҡырға инә ала. Шулай уҡ яҡташтарыбыҙға Башҡортостан Башлығы премияһы бирелә.