Өфөлә йәш IT-белгестәре өсөн форум үтте

Өфө йәштәре IT-технологияһы яңылыҡтарына төшөнә. Бөгөн баш ҡала сауҙа үҙәктәренең береһендә тәүге осрашыу үтте. Башҡортостан студентарының AIESEC йәмғиәт ойошмаһы тарафынан тормошҡа ашырылған проектта тиҫтәләрсә кеше ҡатнашты.

Белгестәр IT-тармаҡты үҫтереү мөмкинлектәре һәм мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә карьера төҙөү һорауҙарына яуап бирҙе. Ойошма эшендә әүҙем ҡатнашҡан студенттарға халыҡ-ара кимәлдә стажировка үтеү мөмкинлеге лә бар. Бөгөн AIESEC ойошмаһы аша донъяның төрлө илдәрендә үҙ урынын тапҡан яҡташтарыбыҙ бик күп.