«Робофинист» халыҡ-ара робототехника чемпионаты сиктәрендә баш ҡалала роботтар фестивале үтте

Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларынан уҡыусылар программалаштырыу ярҙамында үҙҙәре йыйған роботтарын күрһәтте, көс һынашты. Бәйге барышын БЮТ хәбәрсеһе Лилиә Мәҡсүтова күҙәтте.

Мәктәп уҡыусылары мобиль робототехника буйынса төрлө йүнәлештәрҙә көс һынаша. Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылы уҡыусылары тар һыҙат буйынса йөрөүсе робот эшләгән. Бер уҡыусы программа яҙһа, икенсеһе роботты йыя.

Башҡортостандың төрлө төбәктәренән килгән уҡыусылар бер нисә категорияла көс һынашты. Атлаусы, лабиринт буйлап йөрөүсе, көрәшеүсе работтар. Балалар үҙҙәре уйлап сығарған проекттарын яҡланы, роботтарын яҡшыртыу өсөн яңы идеялар эҙләне, тәжрибә тупланы.

Быйыл чемпионатҡа индерелгән яңы һынауҙарҙың береһе - ул дрон-рейсинг. Уҡыусылар бында пилотһыҙ осоу аппараттары менән идара итеү һәләтен күрһәтә. Мәҫәлән, ошо дронды һауаға күтәреү өсөн махсус күҙлек, джойстик һәм кәм тигәндә бер ай ваҡыт кәрәк - тәжрибә өсөн.

Конкурста ҡатнашыу өсөн уҡыусылар программалаштырыу алымдарын үҙләштерергә, физика фәне нигеҙҙәрен яҡшы белергә тейеш. Судьялар билдәләүенсә, быйыл бәйгелә көс һынашҡан роботтар кимәле күпкә юғары.

Республика фестивалдә еңеүселәр илебеҙҙең мәҙәни баш ҡалаһында ойошторолған Робофинист халыҡ-ара чемпионатына юлланасаҡ.

Робототехника өҫтәмә белем биреүҙә иң популяр йүнәлештәрҙең береһе. Ул буласаҡ инженерҙар, программистар һәм пилотһыҙ осоу операторҙарын әҙерләүгә тос өлөш индерә тигән фекерҙә уҡытыусылар.

Лилиә Мәҡсүтова