Республикала урманға инеү һәм усаҡ яғыу сикләнде

Башҡортостанда 15 майға тиклем янғынға ҡаршы махсус тәртип индерелде. Режим ваҡытында ауыл хужалығы ерҙәре, юл буйҙары, һыу ятҡылыҡтары һәм биләмәләрҙә сүп-сар яғыу тыйыла. Урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов һөйләй.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Ҡоро үлән яндырыуҙы административ комиссиялар күҙәтә. Ябай кешеләргә – 20 мең, яуаплыларға 60-тан алып 800 мең һумға тиклем штраф ҡарала. “Һауа торошона бәйле махсус режимдың оҙайтылыуы ла ихтимал”, - тине Марат Шәрәфетдинов.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Янғын менән көрәшеү өсөн 3 мең ярым берәмек техника һәм 12 мең хеҙмәткәр әҙерләнгән.