Баймаҡта ГТО Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы нормативын үтәү буйынса фестиваль ойошторолдо

«Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы нормативын үтәү буйынса фестиваль ойошторолдо. Сарала Баймаҡ ҡалаһының тиҫтәнән ашыу белем биреү учреждениеларынан, ойошма-предприятиелары коллективтарынан йөҙгә яҡын кеше үҙенең физик әҙерлеген тикшерҙе.

ГТО комплексын тапшырып ҡарарға теләүселәр һаны йылдан йыл арта бара. Был күрһәткес - бик ҡыуаныслы, сөнки спортҡа,сәләмәт тормошҡа ылығыусылар күбәйә. Көсөн самалап ҡарауҙан,еңеү тойғоһонан һәр кемдең үҙенә ышанысы арта,шулай уҡ спорт майҙаны хеҙмәттәштәр менән формаль булмаған шарттарҙа аралашыу мөмкинлеге бирә.

Урындан оҙонлоҡҡа һикереү,ятҡан килеш кәүҙәне күтәреү,һығылмалылыҡты тикшереү. Ир ‐егеттәр өсөн - гер күтәреү һәм турникта тартылыу. Фестивалдә ҡатнашыусылар ошондай һынауҙар үтте. Һөҙөмтәләр баһалама ағзалары тарафынан теркәлеп барҙы. ГТО нормативтарын тулыһынса тапшырырға теләүселәр уның икенсе этабына килеп йүгереү, йөҙөү буйынса көстәрен һынай ала.

Халыҡты физик культура һәм спорт менән даими шөғөлләнеүгә йәлеп итеү һәм халыҡ араһында ГТО Бөтә Рәсәй физкультура-спорт йәмғиәте комплексын популярлаштырыу маҡсатында уҙғарылған сара үҙ маҡсатына ирешер. Йәш категорияһына ярашлы нормативтарҙы һәр теләгән кеше тапшыра ала.

Раушания Рәхимова