Владимир Путин республика уңғандарына рәхмәт белдерҙе

Башҡортостандан 5 хеҙмәткәр дәүләт наградаһын ала. Рәсәй Президентының Рәхмәт хаты яғыулыҡ-ҡойоу станцияһы һәм нефть компанияһы белгестәре Роза Закирова, Раина Мусина, Марина Субботина, Валентина Ерыпалова һәм Дмитрий Цыбизовҡа тапшырыла. Бүләкләүгә бәйле ҡарар рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында урынлашҡан.