2 майҙа навигация миҙгеле рәсми башлана. Был көндә баш ҡалаға “Мостай Кәрим” дүрт палубалы круиз лайнеры килә. Дуҫлыҡ монументы янында башҡа ҙур караптарҙы ла күрергә мөмкин. Миҙгелде асыу сараһында яр буйында халыҡ өсөн авиашоу ойошторола, фейервек була, тип хәбәр итәләр Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан.