21 апрелдә мосолмандар Рамаҙан байрамын билдәләй. Мэриянан хәбәр итеүҙәренсә, баш ҡалала байрам иртәнге сәғәт 8-ҙә башлана. Халыҡ күпләп йыйылған урында полиция һағы ойошторола, медицина белгестәре дежур итә. 21 апрелдә Туҡай урамының Цюрупа урамынан алып Зәйнулла Рәсүлев урамына тиклемге өлөшө ябыла. Ләлә мәсете янында Комаров урамында транспорт хәрәкәте туҡтатыла. Сикләүҙәр иртәнге сәғәт алтынан 15 сәғәткә тиклем ғәмәлдә була.