Башҡортостандан хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәр яҡлап ярҙам булырға тейеш

Премьер-министр Андрей Назаров шулай тип белдерҙе. Ул бөгөн Күмертауҙа махсус хәрби операция штабында булды. Бында  хәрбиҙәргә гуманитар ярҙам туплана, шулай уҡ консультация бирелә. - Балалар һәм йәштәр геройҙар, Ватанды  һаҡлаусыларҙан өлгө  алып үҫә. Власть органдары һәм йәмәғәт ойошмалары  менән был өлкәлә  ҙур  эштәр  башҡарырға  кәрәк,  - тине  Андрей  Назаров.