Башҡортостан менән Марокко араһында хеҙмәттәшлек нығый

2017 йылдан алып ике арала сауҙа 27 тапҡырға артҡан. Был турала Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева белдерҙе. - Марокко баҙары үҫешә. Башҡортостандың иген һатыу, урман эшкәртеү менән шөғөлләнеүсе, умартасылыҡ продукцияһы, май, туҡыма етештереүсе 13 предприятиеһы ошо йүнәлештә эшләргә әҙер, - тине ул. 2022 йылда Башҡортостандан Мароккоға башлыса нефть тауарҙары һәм химия продукцияһы  һатылған.