Рәсәй Хөкүмәте технологик суверенитет буйынса төп йүнәлештәрҙе иғлан итте

Авиация өлкәһендә гражданлыҡ һәм йөк самолеттары, пилотһыҙ осҡостар, йыһан аппараттары һәм яһалма юлдаштар сығарыу буйынса проекттар тормошҡа ашырыла. Медицина йүнәлешендә кардиостимулятор, протез, хирургия ҡоралдары һәм башҡалар етештерелә. Ауыл хужалығында үҙебеҙҙә йыйылған комбайн, трактор һәм башҡа техника сығарыуға өҫтөнлөк бирелә. Эксперттар билдәләүенсә, иҡтисад хәҙерге шарттар һәм ысынбарлыҡҡа яраҡлашып ҡоролорға тейеш. Бөтә тармаҡтарҙа импортҡа алмаш программаһы тормошҡа ашырыла.