Инициатив бюджетлау программаһына ярашлы конкурс иғлан ителде. Республика Башлығы Радий Хәбиров указы буйынса быйыл финанслау 70 миллион һумға тиклем арттырылды. Махсус комиссия 140 проектты һайлап ала. Һәр береһенә 500 мең һум тура килә. Мәктәптәрҙән заявкалар 16 майға тиклем ҡабул ителә. Былтыр конкурс барышында уҡыусылар телестудия булдырыу, радиоэлектроника бүлмәһен йыһазландырыу, музей асыу, ял итеү урынын ойоштороу кеүек проекттар тәҡдим итте.