Уға ярашлы ауыр транспортҡа республика юлдары буйлап йөрөү тыйыла. Төбәк әһәмиәтендәге юлдарҙа автомобилдең ауырлығы 10, муниципаль-ара әһәмиәтендәге юлдарҙа 6 тоннанан артыҡ булырға тейеш түгел. Сикләүҙәр ҡыш миҙгеленән һуң юл ҡатламын һаҡлау өсөн индерелә.
Был осорҙа юлдарҙа «Росдормониторинг» рәсми сайтында рөхсәт алыусы йөк машиналары ғына хәрәкәт итә ала. Әле республикала йөк ауырлығы һәм автомобилдең ҙурлығын үлсәүсе 13 ҡоролма урынлаштырылған. Өс яңы комплекс көньяҡ райондарға ҡуйыласаҡ. Артыҡ тейәлгән йөк өсөн штрафтар юлдарҙы төҙөкләндереүгә тотонола.