Майҙанда үҫмерҙәргә сифатлы контент әҙерләү өсөн техник шарттар булдырылған. Үҙәк «Уҡыусылар башланғыстарын дәртләндереү» республика проекты сиктәрендә барлыҡҡа килгән. Уның мөмкинлектәре тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғинитуллина яҙмаһында.
Яҡтыртыу ҡоролмалары ҡуйылған, камералар көйләнгән, алып барыусылар урынында. Уҡыусылар медиаүҙәгендә эш профессиональ телевидение шарттарына яҡынлаштырылған. Үҫмерҙәр майҙансыҡ асылғанға тиклем дә видеоматериалдар төшөрөү менән шөғөлләнеп, мәктәп тормошон социаль селтәрҙәрҙә яҡтыртҡан. Шуға ла улар үҙҙәрен кадрҙа ышаныслы тоя. Төшөрөлгән материал ҡораусыға ебәрелә. Видеоны киҫеү, сағыу төҫтәр өҫтәү, тауышты көйләү 8-се класс уҡыусыһы Әбдрәшит Бикҡужинға йөкмәтелгән.
Медиаүҙәк командаһы 7 кешенән тора. Сценарий яҙыусылар, операторҙар - кадр артында ла күмәктәр. Ә иң мөһиме - үҫмерҙәр медиаүҙәкте ойоштороуға үҙҙәре ирешкән. Уҡыусылар башланғыстарын дәртләндереү проектында еңеп сығып, республика бюджетынан ярты миллион һум аҡса йәлеп иткән. Аҡсаға элекке ташландыҡ бүлмәлә ремонт эшләнгән, заманса техника һатып алынған.
Уҡыусыларҙың киләсәккә маҡсаттары юғары. Мәктәп тормошон яҡтыртып ҡалыу ғына түгел, конкурстарҙа ҡатнашырға теләйҙәр. Хәйер, хәҙер улар өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған.
Әйткәндәй, ошондай уҡ проектты башҡа уҡыусылар ҙа тормошҡа ашыра ала. Уның сиктәрендә республика үҫмерҙәре скейт-парк, китапханалар, ял зоналары һәм башҡа майҙансыҡтар булдырған да инде. Уҡыусылар башланғыстарын бюджетлау проекты ошо көндәрҙә старт алды. Заявкалар 16 майға тиклем ҡабул ителәсәк.
Рәзилә Ғиниәтуллина