Еңеүселәрҙе быйыл абруйлы баһалама ағзалары билдәләйәсәк. Улар һәр дәғүәсе тураһында видеоматериал ҡарап йәшерен тауыш биреүҙә ҡатнаша. «Ҡурай даны» көмөш миҙалы менән бүләкләү тантанаһы 23 апрель «Башҡортостан» концерт залында үтәсәк.
Бүлмәлә әйтерһең дә суд ултырышы. Рәйсә Абдуллина адвокат, ғәйепләнеүселәр ролендә «Ҡурай даны» премияһына дәғүә итеүселәр, ә комиссия ағзалары хөкөмдар. Һәр дәғүәсе тураһында ентекле видеоматериал төшөргән мөхәррир ысынлап та үҙ геройҙарын адвокаттай яҡлай. Әммә комиссия ла абруйлы. Уларға 37 номинант араһынан 8 кешене һайлап алырға кәрәк.
Ер кешеһе, йыл эшҡыуары, алдынғы йәш ватандаш, иң яҡшы клуб мөдире , миһырбанлы ғаилә, ҡул оҫтаһы һәм һөнәр оҫтаһы. Ошо номинациялар буйынса телеканал сентябрҙән алып дүрт тиҫтәгә яҡын видеосюжет күрһәткән. Быйыл индерелгән үҙгәрештәр буйынса тап ошо яҙмаларға ҡарап баһалама ағзалары йәшерен тауыш бирергә тейеш. Быға тиклем еңеүселәрҙе халыҡ социаль селтәрҙәрҙә билдәләй ине.
Тамашасылар иһә еңеүселәр тураһындағы видеояҙмаларҙы ҙур сәхнәлә ҡарай аласаҡ. «Ҡурай даны» лауреаттарын 23 апрель тәбрикләйәсәктәр. Милли телевизион премияны тапшырыу тантанаһы билдәле артистар сығышы үрелеп барасаҡ. Тамаша «Башҡортостан» концерт залында уҙа.
Айнур Кәбиров