Именлек сараларын күҙ уңында тотоп федераль кимәлдә шундай ҡарар ҡабул ителгән. Бөйөк Ватан һуғышы ҡорбандары һәм ветерандарҙы хөрмәтләп иҫкә алыуҙың төрлө юлдарын ҡарарға тәҡдим ителә. Илһөйәрлек акцияларын «автомобилистар өсөн үлемһеҙ полк» йәки «онлайн үлемһеҙ полк» форматтарында уҙғарыу мөмкинлектәре өйрәнелә.