30 апрелгә тиклем махсус тәртип ғәмәлдә. Яҙғы өҙәрем ваҡытында асфальт ҡатламы һәм юл торошон һаҡлап ҡалыу өсөн ауыр йөк машиналарына йөрөргә ярамай. Хәрәкәт өсөн рөхсәт алырға кәрәк. Талапты боҙған автомобиль хужаларына ҙур штраф һалына. Аҡса Республика юл фондына йүнәлтелә. Аҙаҡ ул ремонт өсөн тотонола, тип хәбәр итәләр Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан.