Башҡортостанда юл соҡорҙарының 76 проценты ямалған

Бөгөнгә ошондай һан иғлан ителде. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, һауа шарттары яҡшы, эштәр тиҙ башҡарыла. Республикала 28 асфальт-бетон заводы тулы ҡеүәткә эшләй. Юл соҡорҙары 15 майға тиклем тулыһынса теркәлергә тейеш, уларҙы 15 июнгә тиклем тигеҙләү бурысы ҡуйылған.