Быйыл йәй Мәскәүҙә «Яңы заман өсөн көслө идеялар» форумы үтә

Ойоштороусы булараҡ Стратегик башланғыстар агентлығы менән Рәсәй Конгресс Фонды сығыш яһай. Күләмле сарала ил үҫешенә тос өлөш индерәсәк башланғыстар һәм проекттар тәҡдим ителә. Улар халыҡтан махсус платформала туплана. Идеялар социаль, технологик, кадрҙар, экология, эшҡыуарлыҡ һәм һанлы сервистар йүнәлештәре буйынса йыйыла. Заявкалар 26 апрелгә тиклем ҡабул ителә, иң яҡшы тип танылғандары дәүләт ярҙамы аласаҡ.

Дәүләт үҫешенә ҡағылған төрлө идеялар ҡабул ителә. Был бик яҡшы күренеш. Граждандар власть органдарына дөрөҫ йәмғиәт, ҡанундар, норматив-хоҡуҡи акттар төҙөргә ярҙам итә ала. Шуға барыһын да махсус платформаға инергә саҡырам. Унда идея биреүҙән тыш, эксперт булырға ла мөмкин. Хәҙерге технологиялар һәр кемгә дәүләт ҡарарҙарын ҡабул итеүҙә ҡатнашыуға юл аса.

Юрий Глущенко, «Асыҡ Төбәк» мәғлүмәт технологиялары үҙәге директоры урынбаҫары

Быйыл форумға яңылыҡ индерелде - Рәсәй брендтары конкурсы үтә. Был йүнәлеш буйынса республика көслө. Эшҡыуарҙар, бал, ит продукцияһы, шоколод етештереүселәр күп. Үҙ эшен яратып башҡарған яҡташтарыбыҙ ил, халыҡ-ара кимәлдә барыһын да һоҡландырыр тип ышанабыҙ.

Айгөл Хәбибрахманова, «Минең бизнес» үҙәге етәксеһе

Билдәле булыуынса, былтыр Башҡортостанда йәшәүселәрҙән 249 идея ебәрелгән, уларҙың тиҫтәнән ашыуы Топ-исемлеккә индерелгән. Быйыл төбәктә мең башланғыс йыйыу маҡсаты ҡуйылған. Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, муниципаль, республика кимәлендә әһәмиәтле проекттарҙы эҙләү һәм хуплау буйынса киң күләмле кампания үтә. Махсус ойоштороу комитеты координация эше менән шөғөлләнә. Проект авторҙарына эксперттар алдан баһалама биреп, методик ярҙам күрһәтә. Әйтәйек, был аҙнала «Минең бизнес» үҙәгендә эшҡыуарҙарға идеялар генерацияһы буйынса форсайт-сессия уҙғарылды.

Минең бер нисә социаль проектым бар. Тәүгеһе балаларҙың сәләмәт туҡланыуына бәйле, нормативтарға үҙгәреш индерергә теләйем. Был йүнәлеш буйынса ата-әсәләргә мәғариф курстары ла әҙерләргә теләгем бар. Шулай уҡ сит ил компанияларының эш урынында хеҙмәткәрҙәр һаулығын ҡайғыртыу буйынса тәжрибәһен Рәсәйҙә таратыу маҡсаты менән янам.

Анна Евгенова, нутрициолог