Өфөлә билдәле ғалим, ғәрәп телен өйрәнеүсе Нурмөхәмәт Һөйәрғоловтың «Европала Ҡөръән ғилеме һәм Ҡөръәндең башҡортса тәржемәһе» тип исемләнгән монографияһының исем туйы үтте. Әсбапҡа Ҡөръән аяттары транскрипциялары, башҡорт теленә тәржемәнең ғилми үҙенсәлектәре, сағыштырма аспектта мәғлүмәт тупланған. Фәнни хеҙмәт тулыландырылып өсөнсө тапҡыр Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты тарафынан сығарылған.
Тәүге тапҡыр 1992 йылда изге китапты башҡорт теленә тәржемә иткән өсөн, Нурмөхәмәт Һөйәрғолов Салауат Юлаев исемендәге Башҡортостан дәүләт премияһына лайыҡ була. Буласаҡ ғалим ғәрәп телен 5 йәшендә атаһынан өйрәнә. Хаҡлы ялға тиклем тел нигеҙҙәрен йәштәргә өйрәтеү менән шөғөлләнә. Бынан тыш, ғалим - «Ғәрәп теле әлифбаһы», «Ғәрәп теле грамматикаһы» һәм башҡа күләмле хеҙмәттәр авторы.