Өфө районында балалар араһында деструктив фекерләүҙе кисектереүгә арналған семинар үтте

Малай-ҡыҙҙарҙы патриотик рухта тәрбиәләү өсөн ойошторолған сарала педагогтар, психологтар, хоҡуҡ һаҡсылары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, һуңғы йылдарҙа төбәктә үҫмерҙәр араһында деструктив эшмәкәрлек ойошторған төркөмдәр теркәлмәгән. Шул уҡ ваҡытта бер нисә террор ғәмәлдәре тураһында ялған шылтыратыу, вандаллыҡ күренештәре асыҡланған.