Өфөлә Сергей Михалев скверы 65 миллион һумға төҙөкләндерелә

Әле эште башҡарыусы ойошма һайлана. "Салауат Юлаев"тың элекке тренеры исемендәге сквер Спорт һарайы янында урынлашҡан. Уны матурлау планлаштырыла, эштәр быйыл сентябрҙә тамамланырға тейеш. Сергей Михалев  етәкселегендә "Салауат Юлаев" тәүге тапҡыр чемпион булды.