Күләмле сараға район-ҡалаларҙан ярты меңгә яҡын кеше саҡырылды. Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты уҙғарған кисә менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.
«Рамаҙан тирмәһе» тип исемләнгән тантаналы ифтарға йыйылыусыларҙы Ҡөръән уҡып ҡаршы алдылар. Шәкерттең сығышынан һуң Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин барыһын да сәләмләп, вәғәз уҡыны, ойошманың күләмле социаль проекттары менән таныштырҙы. Әйтәйек, республикала ун ике модулле мәсет булдырылған.
Сит төбәктәрҙән Башҡортостанға күсенеп, Мәрйәм Солтанова исемендәге Ислам колледжында эшләгән юғары дәрәжәле уҡытыусыларға ярҙам күрһәтелә башланы. Бағыусылар көсө менән биш педагогҡа Өфө эргәһендә алтышар сутый ер бүленде.
Аҙан яңғырағандан һуң, барыһы ла ауыҙ асты. Ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн намаҙ уҡыуға айырым урындар билдәләнгәйне. Алыҫ райондарҙан килгән имам-мөхтәсибтәр билдәләүенсә, йылдан-йыл ураҙа тотоусылар арта.
Рамаҙан - изге ғәмәлдәр айы. Тантаналы ифтарға саҡырылған ҡунаҡтар араһында мәрхәмәтлек менән әүҙем шөғөлләнгән эшҡыуарҙар, билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре күп булды. Быйылғы Ураҙа еңел үтте, ти мосолмандар.
Тантаналы ифтарға мул өҫтәлдән тыш, бай мәҙәни программа ла әҙерләнгәйне. Һәр кемгә ул рухи күтәренкелек, яңы көс өҫтәне. Ураҙа Ғәйете яҡынлашып килә, дин әһелдәре билдәләүенсә, был көндә табын айырыуса мул булырға тейеш. Ғаилә бәхете, именлек билдәһе.
Гөлназ Хәйбуллина