Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә диктант яҙырға саҡырҙы

Иртәгә башҡорт теленән Халыҡ-ара диктант үтә. «Беҙ был акцияны йыл һайын ойошторабыҙ, ҡатнашыусылар артҡандан арта. Башҡорт теленән диктантты төбәктә йәшәүселәр генә түгел, ситтә йәшәүселәр ҙә күтәреп алыуы ҡыуаныслы.

Республикала башҡорт телен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу, бигерәк тә балаларҙың һәм йәштәрҙең иғтибарын йәлеп итеү өсөн күп кенә эштәр атҡарабыҙ. Быға яңы, заманса уҡытыу методикалары, мәктәптәрҙә йәш уҡытыусылар, киң мәғлүмәт сараларында ашырылған сағыу проекттар инә. Халыҡ-ара диктант та шулар иҫәбендә. Ситтә ҡалмағыҙө Туған телен ҡәҙерләгән халыҡ ҡәҙерле булыр.» тип яҙып сыҡҡан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Диктант тураһында тулы мәғлүмәт менән «Башдиктант» сайтында танышырға мөмкин.