Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары тулы составта экологик өмәгә сыҡты

Сарала ҡатнашыусылар Хөкүмәт йорто эргәһендәге биләмәне ҡыш буйы йыйылған сүп-сарҙан таҙартты, ҡороған ағастарҙы сығарҙы.

Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары ла экологик өмәләрҙә, йәшелләндереү акцияларында даими ҡатнаша. Улар яҙғы өмәнән быйыл да ситтә ҡалманы. Ҡулдарына эш ҡоралы алған дәүләт эшмәкәрҙәре Хөкүмәт йорто эргәһендәге биләмәлә эшләне. Улар араһында Премьер-министр Андрей Назаров та, уның урынбаҫарҙары ла, төрлө бүлек хеҙмәткәрҙәре лә бар ине.

Быйыл яҙ иртә килеү сәбәпле, ер ҡарҙан ваҡытынан алда әрселгән. Һөҙөмтәлә коммуналь хеҙмәттәр үҙҙәре генә бар майҙандарҙы таҙартып өлгөрә алмай. Был осорҙа халыҡ ярҙамы бик урынлы. Икенсенән, бындай акцияларҙа ҡатнашыу таҙалыҡтың ҡәҙерен белергә ярҙам итә. Шулай уҡ физик эш, бил яҙҙырып алыу организм өсөн дә файҙалы, ти Хөкүмәт ағзалары.