Башҡортостанда граждандарҙың йәшәү сифатын яҡшыртыу мәсьәләләре буйынса совет ойошторолдо

Ул төбәк халҡына күрһәтелгән социаль хеҙмәттәрҙең сифатын күтәреүгә булышлыҡ итәсәк. Был туралағы указаға Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.

Йәшәү сифаты буйынса совет Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып барлыҡҡа килде. Был төбәк социаль стандартының бөтә сараларын ғәмәлгә ашыра башлау өсөн кәрәкле инструмент. Ул республика халҡының социаль хеҙмәттәр сифаты менән ҡәнәғәтлек кимәлен арттырыуға йүнәлтелгән мәсьәләләрҙе хәл итәсәк, социаль өлкәлә төбәк дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу өҫтөнлөктәре һәм хоҡуҡи базаһын камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләйәсәк.

Төбәктә граждандарҙың йәшәү сифатын яҡшыртыу мәсьәләләре буйынса совет булдырыу, ул элек башланған «Уңайлы мөхит» программаһын үҫтереү процестарының логик тамамланыуы һәм был пандустар ҡуйыу менән генә сикләнеп ҡалмай. Барыһы ла күпкә киңерәк, сөнки кеше тормошоноң бөтә өлкәләрен үҙ эсенә ала. Совет ярҙамында киләсәктә проблемаларҙы хәл итеүҙә һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек булдыра алырбыҙ, тип ышанам.

Алина Хәбирова «Ҡаршылыҡтарҙы еңеп» социаль технологиялар үҙәге етәксеһе

Совет хәл итә алырлыҡ мәсьәләләр араһында табиптар һәм пациенттар араһында аралашыу сифатын яҡшыртыу, социаль хеҙмәттәр алыуҙы тиҙләтеү, бюрократик ҡаршылыҡтарға юл ҡуймау һәм башҡалар. Шулай уҡ бындай эшмәкәрлек һөҙөмтәһендә яңы төбәк башланғыстары һәм проекттары, граждандарҙың йәшәү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән саралар тормошҡа ашырылыр тип көтөлә.

Беҙҙең төп маҡсат - төбәктә йәшәүсе һәр кем - бала йәки оло кеше, йәшенә, социаль хәленә, финанс мөмкинлектәренә ҡарамай, дауалап булмаҫлыҡ сир ваҡытында уңайһыҙланмай ярҙам һорай алыуына ирешеү. Республикала йәшәү сифатын яҡшыртыу буйынса совет булдырыу ошондай мөһим мәсьәләләрҙе хәл итергә булышлыҡ итер, тип ышанам.

Радмила Сурначева, Өфө хосписы башҡарма директоры