Ошо уңайҙан бөгөн Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Ғайса Батыргәрәй улы Башҡортостандың гуманитар фән йылъяҙмаһына яҡты эҙ ҡалдырған шәхес. Мәктәп программалары, дәреслектәр, хрестоматиялар төҙөү, яҙыусыларҙың һайланма әҫәрҙәрен әҙерләү буйынса ла ҙур эшсәнлек күрһәткән.
Йөҙәрләгән ғилми хеҙмәттәр авторы, киң профилле ғалим булараҡ ул заманында башҡорт әҙәбиәте тарихының алты томлығын нәшер итеүгә өлгәшә. Бөгөн уның хеҙмәтен уҡыусылары, хеҙмәттәштәре дауам итә. Ғайса Хөсәйенов өйрәнгән материалдар нигеҙендә яңынан-яңы фәнни хеҙмәттәр яҙыла.