Өфөлә йәш армеецтар араһында «Еңеү байрағы менән бер сафта» тип исемләнгән смотр-конкурс үтте

Бәйгелә мәғариф учреждениеларынан 18 команда ҡатнашты, һәр ҡайһыһында 12-шәр уҡыусы. Билдәле булыуынса, февралдә фестивалгә һайлап алыу этабы ла уҙғарылған. Финалға иң көслө төркөмдәр генә сыҡҡан. Жюри ағзалары йәш армеецтар һәм кадеттарҙың сығыштарын айырым баһаланы. Балалар тигеҙ сафта патриотик йырҙары менән майҙанға байрам кәйефе өҫтәне.

Еңеү көнөнә арналған конкурс икенсе йыл рәттән уҙғарыла, тәүмаҡсат - илһөйәр быуын тәрбиәләү. Еңеүселәр төрлө йәш арауығында билдәләнә, уларға диплом һәм күсмә Кубок тапшырыла.