Изге Рамаҙан айы тамамланып, Ураҙа байрамына тиклем ике көн ҡалды

Иртәгә барлыҡ мәсеттәрҙә һуңғы тәрәүих намаҙы уҡыла. Башҡортостанда Ғәйет байрамы уңайынан 21 апрель ял көнө тип иғлан ителгән.

Ураҙа - мосолмандар өсөн фарыз булған изге ғәмәл. Уны бәлиғ булған һәм сәләмәт кеше тоторға тейеш тип иҫәпләнә. Ураҙа - ризыҡтан тыйылыу ғына түгел, ул мохтаждарға фитыр саҙаҡаһы биреү йолаһы ла. Уны байрам башланғансы биреп ҡалыу зарур. Өфөләге «Ләлә» мәсетендә үтәсәк байрам вәғәзен федераль һәм республика каналдары тура эфирҙа күрһәтә.