Башҡорт кәсепселегенә сәйәхәт. Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге һынлы сәнғәт гимназия-интернаты тарихында беренсе тапҡыр уҡыусылар «Ағиҙел» башҡорт художество кәсептәре предприятиеһы эше менән яҡындан танышты. Экскурсия Милли кейем көнө сиктәрендә ойошторолдо.
Осрашыу предприятие тарихын бәйән иткән музейҙан башланды. Биҙәү-ҡулланма сәнғәте төрҙәре менән бергә, уҡыусыларға цех эшмәкәрлегендә булыу мөмкинлеге лә бирелде. Улар балаҫ һуғыусыларҙың, яулыҡ һәм ағас һауыт-һабаларына һүрәт төшөрөүселәрҙең эшен ҡарап, үҙҙәрен оҫталыҡ дәрестәрендә һынап ҡараны.
Әйткәндәй, «Ағиҙел» башҡорт художество кәсептәре предприятиеһында бөгөн тегелгән костюмдар коллекцияһы иртәгә киң тамашаға тәҡдим ителәсәк. «Планета» сауҙа үҙәгендә 16 сәғәттә үтәсәк сара Милли кейем көнө сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Предприятие тегеүселәре башҡорт биҙәнеү әйберҙәре, рус тауар ҡурсаҡтары, сыуаш орнаментлы һырғалар кеүек төрлө халыҡтарға арналған ҡул эштәре тәҡдим ителәсәк.