Бының өсөн финанс сығымдар ҙа, әллә ни ваҡыт та кәрәкмәй. Мәҫәлән, бөгөн суд приставтары учреждениеға килтерелгән мебелдәрҙе ҡороп-йыйҙы. Әле эш 95 процентҡа теүәлләнгән. Хоспистың балалар блогы ла тулыһынса тиерлек әҙер. Яҡын арала стеналарға һүрәт төшөрөлә башлар тип көтөлә. Был йөкләмәне баш ҡаланың Башҡорт архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ колледжы үҙ өҫтөнә алған. Шулай уҡ хосписта мосолман һәм православ диндәгеләр өсөн айырым бүлмәләр йыһазландырыу күҙаллана.