Тел халҡыбыҙҙың иң ҙур байлығы

Бөгөн башҡорт теленән халыҡ-ара диктант акцияһы үтте. Уҡыу йорттары, мәҙәниәт ойошмалары һәм башҡа урындарҙа майҙансыҡтар ойошторолдо, БСТ телеканалында тура тапшырыу алып барылды. Быйыл башҡорт телендә иркен аралашҡандар төркөмө өсөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың “Атайсалым – иң ҙур хазинам” тигән текст һайланды. Өфө фән һәм технологиялар университетындағы майҙансыҡта студенттар, төрлө һөнәр эйәләре, хаҡлы ялдағылар диктант яҙҙы.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Диктантты өс кимәлдә яҙалар. Башҡорт телен өйрәнеүселәр, иркен аралашҡандар һәм төньяҡ-көнбайыш диалект өсөн айырым текстар әҙерләнде.