Ир-егеттәр Октябрьский ҡалаһында тантаналы ҡаршы алынды. Автобустар колоннаһы яугирҙарын беренселәрҙән булып туғандары, ҡала хакимиәте вәкилдәре, запастағы хәрбиҙәр сәләмләне.
Ил намыҫын һәм тыныслыҡты һаҡлаған батырҙарыбыҙҙы хөрмәтләү йолаға әйләнгән. Ярты йыл алғы һыҙыҡта булған яҡташтарыбыҙ Өфөлә иң тәүҙә Совет майҙанына килде. Хәрбиҙәрҙе республика етәксеһе исеменән Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, Республика Башлығы кәңәшсеһе Алик Камалетдинов сәләмләне.
Яҡындары менән күрешеү алдынан хәрбиҙәр Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскә һалды. Ике аҙна ял иткәндән һуң улар йәнә хәрби хеҙмәткә юлланасаҡ.