Белорет ҡалаһындағы «Гүзәл» ательеһы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының тарихи аксессуарын тергеҙгән

Флер яулыҡ йәнә модала. Белорет ҡалаһындағы «Гүзәл» ательеһы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының тарихи аксессуарын тергеҙеп, яңынан ҡулланышҡа индерҙе. Яңы һулыш кисергән француз яулыҡтың бөгөнгө тарихы менән БЮТ хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин ҡыҙыҡһынды.

Шығай ауылының күп тармаҡлы клубы сәхнәһендә француз яулыҡлы дефиле. «Гөлнәзирә» бейеү ансамблендә шөғөлләнгән ағинәйҙәр, боронғо аксессуар сауҙаға сығыу менән уны һатып алған. Милли яулыҡ сәхнәлә генә түгел, тормошта ла беҙгә юлдаш ти, Шығайҙар.

Флер яулыҡҡа яңы һулышты, «Гүзәл» ательеһы етәксеһенең ҡәҙерләп һаҡлаған ҡомартҡыһы биргән. Резеда Сайдарова өләсәһенән ҡалған боронғо аксессуарҙы һандыҡ төбөнән алып, сағыу биҙәктәрен яңы туҡымаға баҫтырған. Һөҙөмтә көтөлгәндән дә яҡшыраҡ булды ти эшҡыуар.

Флер яулыҡтың тарихы 1812 йылғы Ватан һуғышы һәм «Төньяҡ амурҙары» менән бәйле. Наполеон ғәсҡәрен тар-мар иткән башҡорт атлылары Франциянан яҡындарына сағыу биҙәкле ситса туҡыма киҫәктәре бүләккә алып ҡайта. Ҡатын-ҡыҙҙар унан яулыҡ һәм ҡушъяулыҡтар тегеп ябына. Заман башҡа заң башҡа тигәндәй, баш кейеме һәм аксессуарҙарына мода үҙгәреү сәбәпле, улар сауҙала һәм көнкүрештә юғалды. Белорет ҡалаһындағы «Гүзәл» ательеһы уға яңы һулыш бирҙе.

Флер яулыҡ һатыуҙан алынған килемдең 20 процентын «Гүзәл» ательеһы «Төньяҡ амурҙары»на һәйкәл төҙөлөшө өсөн бүлә. Әле мемориалдың проекты әҙерләнә. Уны Белорет районында ҡуйыу ҡарала.

Гүзәл ательеһы төрлө мәҙәниәт һәм мәғариф учредждениелары өсөн милли сәхнә кейемдәре лә тегә. Белорет медицина колледжына предприятие хәйриә ярҙамы күрһәткән. Уҡыу йортоноң бейеү коллективында шөғөлләнгән студенттар сағыу, заманса материалдарҙан тегелгән костюмдар алып ҡыуанған. Тамашаның уңышы артистарҙың тышҡы ҡиәфәтенә лә бәйле. Шуғалырмы һуңғы осорҙа коллектив бер нисә конкурста ҙур ғына еңеү яулған.

Белорет ҡалаһының «Тирмәкәй» башҡорт балалар баҡсаһында бәләкәйҙән үк республикала йәшәүсе төрлө халыҡтарҙың милли мәҙәниәтенә һөйөү һөм ихтирам тәрбиәләнә. Был кескәйҙәр сәхнәләштергән бейеүҙәрҙә лә сағыла. Баҡса етәкселеге фекеренсә, милли кейем, балаларҙың үҙаңын үҫтерергә ярҙам итә. Педагогтарға был тәңгәлдә йәнә «Гүзәл» ательеһы ярҙам итә.

Милли кейем кешенең булмышын билдәләй. Ата-бабалары менән рухи тамырҙарын нығыта. Тимәк, милли кейем тегеүселәр иңендә ифрат яуаплы миссия ята. Булмышыбыҙҙы, йәш быуынға еткереү.

Рафиҡ Әхмәтшин