Бөгөн башҡорт теленән Халыҡ-ара диктант үтте

Баш ҡаланың бер нисә мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениеһында ойошторолған майҙансыҡтарға меңәрләгән кеше йыйылды. Яҙма эшкә Рәсәй төбәктәренән, сит илдә йәшәүсе ҡәрҙәштәр ҙә онлайн ҡушылды. Улар өсөн Башҡортостан юлдаш телеканалында тура эфир ойошторолдо. Диктантты йылдағыса билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре, алып барыусылар, артистар, журналистар уҡыны. Яҙма эшкә Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалалары, Беларусь республикаһы, Силәбе, Ырымбур, Һамар, Ҡурған һәм башҡа өлкәләрҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙ ҙә ҡушылды. Тел һәм рух байрамынан БЮТ хәбәрсеһе Лилиә Мәҡсүтова репортажы.

Башҡорт теленән Халыҡ-ара диктанттың рәсми булмаған гимны - «Урал» халыҡ йырын акцияла ҡатнашыусылар аяғүрә баҫып тыңланы. Уны Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Тимеров башҡарҙы. Юғары уҡыу йорто аудиторияһы сағыу гөлләмәне хәтерләтә, диктант яҙырға милли кейемдә килеүселәр сараға йәм өҫтәне.

Диктант өсөн төп майҙансыҡ булып Башҡорт дәүләт, яңыса Өфө фән һәм технологиялар университеты юҡҡа һайланмаған. Милләттәштәрҙе берләштереүсе күләмле сараға нигеҙ тап ошо уҡыу йортонда һалынған.

Яҙма эште онлайн яҙыусылар өсөн диктант тексы Башҡортостан юлдаш телевидениеһының тура эфирында яңғыраны. Йылдағыса ул өс кимәлдә: башҡортса иркен аралашыусы, телде башлап өйрәнеүселәр һәм төньяҡ-көнбайыш диалектында аралашыусылар өсөн үткәрелде.

Диктант аудиторияларында байрам кәйефе, рух күтәренкелеге һиҙелә, милли кейемдә килеүселәр сараға йәм өҫтәне. Башҡорт зыялыларын бергә туплаусы, телде данлаусы яҙма эштә ҡатнашыусылар йылдан -йыл арта.

Баймаҡтар ҙа Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙҙы. Ҡалала ул бер нисә майҙансыҡта ойошторолдо. Яҙма эштә ҡатнашырға теләүселәр акцияға байрамса кәйеф менән ҡушылды.

Хәйбулла районы халҡы ла күләмле саранан ситтә ҡалманы. Үҙәк район китапханаһы бинаһында тыуған теленә битараф булмаусылар йыйылды.

Яҙма эшкә ҡушылып өлгөрмәүселәр өсөн Өфөнөң «Арт-квадрат» майҙанында сәғәт өстә тағы ла бер майҙан эшләне, йәштәр асыҡ һауала диктант яҙҙы.Бынан тыш, диктант яҙмаһы телеканалдың рәсми сайтында 23 апрелгә тиклем һаҡлана, ошо осорҙа диктантты яҙып, башдиктан.ру сайтына ебәреү шарт.

Лилиә Мәҡсүтова