Бөгөн Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында Хәбибулла Ибраһимовтың пьесаһы буйынса «Еҙнәкәй» музыкаль комедияһының премьераһы көтөлә. Ул Өфө сәхнәһендә дүртенсе тапҡыр ҡуйыла.
«Еҙнәкәй»ҙе 1946 йылда режиссер Вәли Ғәлимов тамашасыға тәҡдим иткәйне. Һуңынан постановка төрлө йылдарҙа Арыҫлан Мөбәрәков, Вәзих Сәйфуллин күҙлегенән күрһәтелде. Был юлы пьесаны Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Илсур Ҡаҙаҡбаев сәхәнәләштергән.
Ваҡиғалар сылбыры тамашасыны уҙған быуат башына ташлай. Төп герой Ғиззәтте Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актеры Алмаз Йосопов башҡара. Музыкаль комедия тамашасыға оҡшар, тигән фекерҙә актер. Сөнки унда ҡыҙыҡлы сюжет та, мәҙәк ваҡиғалар ҙа, күңелле йыр-моң да бар.