Республика Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин халыҡты донор булырға саҡырҙы

- Һәр донор - ул ярҙамға мохтаждар өсөн ҡотҡарылған ғүмер. Шуға ошо изге эшмәкәрлеккә ҡушылырға саҡырам. Ҡанды кибеттә алып булмай, уны бүләк итергә генә мөмкин, - тип яҙа Максим Забелин социаль селтәрҙә. Рәсәйҙә йыл һайын 20 апрелдә Донор көнө билдәләнә.