Өфөлә 81 кеше рус теленән тоталь диктантты "бишле"гә яҙған

Акция ойоштороусылар уларҙы 18 майҙа бүләкләй. Быйыл республика баш ҡалаһында рус теленән белемен 1 мең 350 кеше һынап ҡараған. Был аҙнала башҡорт теленән халыҡ-ара диктант уҙғарылды. Башҡорт телендә иркен аралашҡандар төркөмө өсөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың “Атайсалым – иң ҙур хазинам” тигән текст һайланды.