«Ләйсән» халыҡ бейеүҙәре ансамбле Мәскәүҙә халыҡ-ара хореографик сәнғәт конкурсында уңыш ҡаҙанды

Мәскәү өҫтөндә йондоҙҙар ҡабынды. Өфөнөң 21 -се мәктәбе «Ләйсән» халыҡ бейеүҙәре ансамбле илдең баш ҡалаһында халыҡ-ара хореографик сәнғәт конкурсында уңыш ҡаҙанды. Бер юлы ике өсөнсө урын яулаған йәш лауреаттар менән БЮТ ижади төркөмө осрашты.

Белем усағының хореография залына дәрестәр тамамланыу менән бейеү сәнғәтенә ылығыусы малай-ҡыҙҙар килеп тула. Хореографияның нигеҙен тәшкил иткән классик дәрестәр аҙнаһына бер тапҡыр үтә. Күнекмәләрҙе еренә еткереп башҡарған йәш бейеүселәр сәхнәлә сығыш яһағанда ла юғалып ҡалмай, уңыш ҡаҙана. «Мәскәү» өҫтөндәге йондоҙҙар» халыҡ-ара конкурсында «Ләйсән» балалар халыҡ бейеүҙәре ансамбленә лә бәхет йылмайған. Улар ике төркөмдә сығыш яһап, 34 коллектив араһында призлы урын яулай.

«Ләйсән» халыҡ бейеүҙәре ансамбле 12 йыл элек ойошторолған. Ансамблдә ике тиҫтәнән ашыу бейеү ҡуйылған. Коллектив Мәскәүҙә «Башҡорт вальсы», «Фаина» бейеүҙәре менән сығыш яһап, тамашасы һөйөүен яулаған. Сергей Макаров етәкселегендәге абруйлы жюри Башҡортостан данын яҡлаусы коллективтың сығышын ике өсөнсө урын менән баһалаған.

Әммә «Ләйсән» халыҡ бейеүҙәре ансамблендә шөғөлләнеүсе малай-ҡыҙҙар баш ҡалала ирешелгән уңыш менән генә сикләнеп ҡалырға теләмәй. Улар көҙ 29 октябрҙән 1 ноябргә тиклем төньяҡ баш ҡалала үтәсәк «Хыялға юл» халыҡ-ара конкурсында ла ҡатнашып, еңеү яулау теләге менән яна.

Гүзәл Борханова