«Берҙәм Рәсәй» партияһының алдан тауыш биреүендә ҡатнашыу өсөн документтар ҡабул итеү дауам итә

Бөгөнгә 898 ғариза бирелгән, 832 кеше теркәлгән. Ойоштороу комитетына Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин да тейешле документтар пакетын тапшырҙы.

Мәғариф системаһында бик күп партия проекттары тормошҡа ашырыла, улар ауыл мәктәптәренең яҡынса 60 процентын - яңы ҡорамалдар, һанлы лабораториялар, заманса компьютер кластары менән йыһазландырырға мөмкинлек бирә. Тап ошо маҡсат менән мин алдан тауыш биреүгә сығырға һәм шуның менән мәғариф системаһының көсөн һәм ҡеүәтен күрһәтергә ҡарар иттем, - тип билдәләй Айбулат Хажин.

Бөгөн ойоштороу комитетына кәрәкле документтарҙы республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров та тапшырҙы. Әлеге ваҡытта беҙгә төрлө саҡырыуҙар шарттарында эшләргә тура килә, әммә республикабыҙ лидеры - Радий Хәбиров етәкселегендә һәм уның туранан-тура ҡатнашлығында бөтә һынауҙарҙы лайыҡлы үтеребеҙгә ышанам, ти Фәрит Риф улы.