Сара махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарыбыҙға теләктәшлек күрһәтеү маҡсатында ойошторолдо.
Балтаста уҙған концертта илһөйәрлек тойғоһо, Ватандың яҙмышы өсөн яуаплылыҡ, тарихи тамырҙарыбыҙға хөрмәт хаҡында һүҙ барҙы. Ойоштороусылар әйтеүенсә, махсус операцияла еңеүгә һәр кем үҙ өлөшөн индерә ала.
Ир-егеттәребеҙ алғы һыҙыҡҡа баҫһа, башҡалар яугирҙарҙың ғаиләһенә ярҙам күрһәтеп, гуманитар ылауҙар туплап, теләктәшлек акциялары ойоштора. Концертта республикала исемдәре киң билдәле сәхнә оҫталары сығыш яһаны, һәр башҡарыусы тамашасыларға күңел түрендәге иң изге теләктәрен еткерҙе.