- Беҙҙең күп милләтле, күп конфессиялы, татыу республика өсөн был төп байрамдарҙың береһе. Был көндө йөрәк йылыһы менән бүлешәбеҙ. Сәләмәтлек һәм именлек теләп доға ҡылабыҙ. Мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙабыҙ. Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын, - тип яҙа Радий Хәбиров социаль селтәрҙә. Башҡортостанда төп тантана Өфөлә үтте, Ләлә мәсетенән онлайн-трансляция ойошторолдо. Ил халҡын исламдағы ҙур байрам менән Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назараты етәксеһе мөфтөй Тәлғәт Тәжетдин тәбрикләне. “Илебеҙгә бәрәкәт һәм тыныслыҡ, халҡыбыҙға бәхет-тәүфиҡ, ырыҫ һәм муллыҡ насип булһын”, тине ул.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРеспублика халҡын байрам менән Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин ҡотланы.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтУраҙа байрамы 3 көн дауам итә 21 апрель - Башҡортостандан тыш, Рәсәйҙең башлыса мосолмандар йәшәгән төбәктәрендә ял көнө тип иғлан ителгән.