Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәк халҡын Ураҙа байрамы менән ҡотланы

Бөгөн мосолмандар донъяһы Ураҙа ғәйетен билдәләй. Ошо уңайҙан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәк халҡын байрам менән ҡотланы.

«Күп милләтле, төрлө динле, татыу республикабыҙ халҡы өсөн был төп байрамдарҙың береһе. Күңел йылыһын бер-беребеҙ менән уртаҡлашҡан көн. Аллаһы Тәғәләгә яҡындарыбыҙҙың именлеге һәм һаулығы өсөн доға ҡылабыҙ. Мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙабыҙ. Башҡортостанда йәшәүселәрҙең барыһына ла именлек һәм тыныслыҡ теләйем. Күңелегеҙ яҡтылыҡ, шатлыҡ менән тулһын. Ураҙа байрамы менән! Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын!

Бөгөн беҙ махсус хәрби операция бурыстарын үтәүсе егеттәребеҙ һәм уларҙың яҡындары өсөн доға ҡылабыҙ. Азат ителгән биләмәләрҙә тыныслыҡты тергеҙергә ярҙам итеүселәргә, әле фронт һыҙығында торған табиптарыбыҙға һәм дин әһелдәренә рәхмәт еткерәбеҙ,» тиелә Башҡортостан Башлығының тәбрикләүендә.